Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм сайт  ҡунаҡтары!


Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын. Коллегаларымды эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам. Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам!

Эшләгән урыным: Межгорье ҡалаһы  автономиялы  дөйөм белем биреү учреждениеһы 2-се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбе

Һөнәрем: юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Белемем: юғары, Магнитогорск дәүләт  педагогия институты  башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы факультеты

Педагогик стажым: 36 йыл

Маҡсатым: һәләтле, ижади, белемле,  рухлы, мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләү

Ҡыҙыҡһыныуҙарым: Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте һәм ырыуымдың шәжәрәһен өйрәнеү

Яратҡан шөғөлдәрем: Тыуған Башҡортостаныбыҙ буйлап һәм сит илдәргә сәйәхәт итеү,урындағы халыҡ театрында яңы ролдәр башҡарыу , бейеү, йырлау,саңғыла йөрөү

Тормош девизым: һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға!