Матбуғат биттәрендә

Матбуғат биттәрендә (инфоурок)

Уҡытыусым - өлкән дуҫым

…Аҡбур менән аҡ нурҙарҙан

Аҡ юл һыҙҙың, уҡытыусым.

Мең – мең яҡты күңелдәрҙең

Баҡсаһы һин, уҡытыусым.

Ҡараштарың беҙҙең һәммәбеҙҙе

Яҡын итеп, һөйөп ҡараны,

Үҙ балаһы итте изге күңелең

Синыфтағы һәр бер баланы.      

                                                                (А.Игебаев )

         Был матур шиғыр юлдары барыһы ла минең уҡытыусыларым Лиза Сафиулла ҡыҙы Манапова һәм Мәүҙиға Нәби ҡыҙы Баймөхәмәтова тураһында.

        1970 йылдың 1 сентябрендә мәктәпкә уҡырға төштөк. Йәш кенә мөләйем уҡытыусы беҙҙе ҡаршы алды Ул –Лиза Сафиулла ҡыҙы ине. Иҫ киткес матур күңелле ине минең беренсе уҡытыусым.Бик аҙ һүҙле ине ул. Йылдар үткәс кенә аңланым ул аҙ һүҙлелектең мәғәнәһен.Һүҙ ҡәҙерен, тәмен белгән кеше генә шулай була икән.Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен класс сәғәттәрендә беҙгә уҡый торғайны.Эх,бәхетле бала саҡ!

        Беҙ башланғыс мәктәпте тамамлауға ауылыбыҙға бик матур йәш уҡытыусы килде. 5-се кластан башлап рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башланы ул беҙҙе. Аҙаҡ, үҫә төшкәс, шуныһы мәғлүм булды – Мәүҙиға Нәби ҡыҙы үҙебеҙҙең райондың Амангилде ауылында тыуып үҫкән икән. Уның дәрестәре күңелемдә мәңгелеккә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ ине. Рус теленең грамматикаһын нисек итеп ауыл балаларына (башҡорт телле мәктәп бит инде) шул тиклем “һеңдереп” өйрәтә алды икән?! Хәҙер үҙем 31 йыл ярым уҡытыусы булып эшләйем, йылдар үткән һайын йышыраҡ шул турала уйланам. Остазымдың дәрестәрен хәтеремә төшөрәм: ул дәрестәрҙең һәр этабы күҙ алдымда.

Ойоштороу мәле. Өҫтәлдәге тәртип. Тикшерелгән дәфтәрҙәр. Дәфтәрҙәрҙе көн һайын алмаштыра. Тиҙерәк асып ҡарарға кәрәк, уҡытыусы эшемде нисек баһаланы икән, тип түҙемһеҙләнеүҙәрем хәтеремдә уйылып ҡалған. Бик талапсан да кеше булған икән, тип иҫләп алам хәҙер. Күп тә үтмәй, был ут кеүек шәп ҡыҙ ауылыбыҙға килен булып төштө. Ғаиләле ҡатын –ҡыҙҙың донъя мәшәҡәттәре күп бит инде. Әммә ул тамсы ла тойолмаған. “Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк” тигәндәй, уҡытыусыбыҙ тағы ла күберәк эштәр башҡарыуын дауам итте. Мин дәрестәрҙе генә күҙ уңында тотмайым. Кластан тыш бик күп эштәр ҙә алып барыла ине. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәк ойошторолдо. Беҙҙең класс уҡыусылары бөтәһе лә (!) Мәүҙиға Нәби ҡыҙы етәкселегендә беренсе тапҡыр шиғырҙар яҙып ҡараны. Тәүҙә шиғырҙың төҙөлөшөн өйрәнеүебеҙ бөгөнгөләй хәтеремдә. Ул түңәрәккә килһәм, үҙемде бер бөтөнләй икенсе – тылсымлы донъяла һымаҡ тоя торғайным. “Түңәрәккә беҙҙән өлкәнерәктәр ҙә йөрөй.Мәктәптә ул ваҡытта аҙна һайын “Ҡармаҡ” сатирик стена гәзите сыға торғайны. Шул гәзит өсөн уҡырға бик һүлпән ҡараусыларға бағышлап “Ялҡаубай” тигән шиғыр яҙғайным. Кешене тәнҡитләһәң, үҙеңә яуаплылыҡ өҫтәлеүен аңлағанмын микән шул саҡта? Уҡытыусы тикшермәйенсә гәзиткә яҙмағандарҙыр инде! Ә ул нисек бөтәһенә ваҡытын еткергән икән?!

       “Ҡармаҡ”тан башҡа, ҙууур форматта (2 ватман) “Шоңҡар” тигән етди генә гәзит сыға торғайны. Унда бик күп уҡыусыларҙың ижад емештәре донъя күрә ине. Минең класташтар Фирҙәүес Шафиҡованың, Земфира Моратшинаның матур – матур шиғырҙарын ҡат- ҡат уҡый торғайныҡ. Ошо эштәрҙе лә, дәрестәрҙе лә юғары кимәлдә алып барыу еңел түгеллеген эшләп ҡараған кеше генә белә. Ә Мәүҙиға Нәби ҡыҙы бөтә күңелен биреп башҡара ине. Һәр балаға тәғәйен һүҙҙәре, ҡабатланмаҫ кәңәштәре табылған уның. Иң уңышлы шиғырҙарҙы матур шрифт менән айырым альбомға күсереп яҙып, матур итеп биҙәй инек. Нисек өлгөргәнбеҙ?

       Мәүҙиға апай тормош иптәше Мәүлит ағай менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Һәр береһе күңеленә ятҡан һөнәр һайлап алып, матур итеп донъя көтәләр.Ҡыҙҙары Венераның исеме бөтә Республикаға билдәле.Ул -“Урал батыр” эпосын тулыһынса яттан һөйләп, “Гран-при” алған шәп ҡыҙ. Хатта башҡортса ғына түгел, инглиз телендә лә яңғыратты ул башҡорт халҡының был ҡомартҡыһын.         Хәҙер Мәүҙиға Нәби ҡыҙы тағы ла яуаплыраҡ эштә - ауыл хакимиәте башлығы ул. Олоно –оло, кесене – кесе итә белгән кешегә ни етә! Ауылдаштарым өсөн мин бик шат. Мәктәптә эшләгән йылдарҙы барлайым. Үҙ ғүмеремдә бер нисә мәктәптә эшләргә тура килде. Бихисап уҡытыусылар менән эшләнем. Уйлап ҡараһам, мине бөйөк уҡытыусылар уҡытҡан икән.

     Февралдә Мәүҙиға Нәби ҡыҙы тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңай менән мин  дә  хөрмәтле уҡытыусымды күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләйем. Ҙур рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларым!

                                                                                  Ғилминур Хәйбуллина,

 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 

 Межгорье ҡалаһы.