Үҙем тураһында

Борон-борон борондан
 Дан алып торған ТАМЪЯН,
 Күп ырыуҙар яуҙарҙа
 ТАМЪЯНдарға таянған,
 ТАМЪЯНдарға таянған да,
 Дошмандың ҡотон алған.
 Ырыуы булһа ТАМЪЯН
 Даны йөрөгән алдан!

         Мин, Хәйбуллина Ғилминур Басир ҡыҙы,үҙенең шағирҙары, йырсылары, нәфис һүҙ оҫталары-сәсәндәре, рәссамдары менән республикабыҙҙа  киң билдәле Әбйәлил районында тыуып үҫтем.

       Башҡортостан актеры, режиссеры, ҡурайсыһы, бейеүсеһе һәм йырсыһы   Ғиниәт Ушанов, матурлыҡты бөтә нескәлектәре менән күрә белгән рәссамы Әхмәт Лотфуллин, мәшһүр йырсылары Римма Амангильдина, Радик Вәлмөхәмәтов, Хәсән Усманов, Вәхит Хызыров, композиторы  Рафиҡ Сәлмәнов, сәсәндәре Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев һәм Муллағәли Мирхәйҙәров, сәсәниәһе Вәсилә Садиҡова, яҙыусылары Айһылыу Йәғәфәрова,Рамаҙан Өмөтбаев, тел ғалимы Зиннур Нурғәлин,режиссерҙары  Әхтәм һәм Айрат Әбүшахмановтар һәм башҡа бик күп шәхестәребеҙ менән ғорурланам. Илем, ерем, телем, тип янған тағы әллә күпме яҡташтарым бар минең: Марсель Ҡотлоғәләмов, Сара Буранбаева, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Гөлшат Әхмәтҡужина, Гөлназ Ҡотоева һәм башҡалар... Ошо яҡташтарымдың ижадына һоҡланып, бәләкәйҙән уларға оҡшарға тырышып  үҫтем мин...

      Мин ябай колхозсы ғаиләһендә өсөнсө бала булып үҫтем. Атайым-тракторсы булһа, әсәйем быҙау ҡараусы булып эшләй ине. Атайым халҡыбыҙҙың йыр-моңона ғашиҡ кеше булды. Иртәнсәк “Өфө һөйләй…”,- тигән талғын тауыш артынса башланған концертты тыңлай-тыңлай сәй эсеп, мәктәпкә ашығабыҙ. Ауыл ерендә эш бик күп булһа ла әсәйем кистәрен, ваҡыт табып, беҙгә әкиәт, төрлө тарихи ваҡиғалар тураһында һөйләй торғайны. Ә кистәрен йомаҡ ҡойошорға ярата инек. Эскерһеҙ, ярҙамсыл, бигерәк изге күңелле кеше булды әсәйем.  Ул һөйләгән  бер күренеш хәтеремдә мәңгегә  уйылып ҡалды:“…Ауыл осона өй һалып   йәшәй генә башлаған мәл. Күршеләребеҙ Ырыҫйән ағайың менән Фазила апайың  өй һала башланылар ҙа, һыуыҡтарға  тиклем өлгөрмәй ҡалдылар. Беҙҙең өйҙә бергә-бергә ҡыш сыҡтыҡ…”   Шулай итеп, бәләкәй  генә өйҙә ике ғаилә бергә йәшәй.  Ике  ғаиләлә лә берәр ҡыҙ бала үҫә ул ваҡытта. Улар дуҫ-татыу ата-әсәһен күреп, шәп тормош һабағы алғандар, тип йомғаҡлайым һүҙемде. Иҫ киткес өлгөлө ғаиләләр булған.

        Әсәйемдең ағаһы Мөхәмәйән Хисмәтов – ғалим, уҡытыусы. Минең ырыуымда уҡытыусылар ҙа бихисап. Һуңғы дүрт быуында  ғына ҡырҡтан ашыу уҡытыусы иҫәпләнә. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым мин. Быға тәүге уҡытыусым – ауылдашым Лиза Сафиулла ҡыҙы ла булышлыҡ иткәндер, тип уйлайым. Башланғыс класты бөтөүгә Мәүҙиға Нәби ҡыҙы уҡыта башланы. Иҫ киткес талантлы шәхестәр! Һәр дәрес –үҙе бер тарих. Рус теленең һәр ҡағиҙәһен аңыбыҙға һеңдерә алған. Тормошта ҡулланырға өйрәткәндәр. Шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә торғайныҡ.   Рәхмәт әйтеп, улар алдында баш эйәм.Шағирҙың был юлдарында – хаҡлыҡ!

                     Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем

          Кеше итеп һине өҙерләй.

                   Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

                Кескенәнән һөйә,ҡәҙерләй!

                                                                                  Рәми Ғарипов

          Тамырһыҙ кеше ерҙә ныҡ баҫып тора алмай.  Тамырҙарымды өйрәнәм. Башҡорттарҙа борон-борондан ырыуыңдың ете быуынын белеү талап ителгән. Мин ун биш быуынымды беләм һәм  шәжәрәмде өйрәнеүҙе дауам итәм. Һәр башҡорт ғаиләһендә иң ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡланған әйбер ул ырыу шәжәрәһе. Шул ваҡытта ғына балаларыбыҙҙа, уҡыусыларымда ата-бабаларыбыҙ йәшәгән ергә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләп, уны үҫеп килгән быуынға тапшыра алырбыҙ, тип ышанам.

Обычаи непозабытых дедов,

 Входите в жизнь,

Летите песней в стих.

Не будет на пути моей победы,

Если забуду прадедов своих.

                                      С.Кудаш